четверг, 21 февраля 2013 г.

Туристар, Кенияла йөрөмәгеҙ!



Кенияла сит ил туристарына яңы һөжүм яһалған. Шаршамбы көн винтовкалар һәм мачетелар менән ҡоралланған 6 кеше Малинди курорт районындағы шәхси виллаға бәреп инә. Ике итальян турисы зыян күрә: уларҙың береһе, пуля тейеп, икенсеһе, бысаҡ менән йәрәхәтләнеп, дауаханаға килтерелгән.
Туристарҙың ғүмеренә ҡурҡыныс янамай. Был мәғлүмәтте Кениялағы Италия дипмиссияһы вәкилдәре лә раҫланы.
Был илдең курорттарындағы ял хәүефле була бара. Ике аҙна элек  Watamu Bay селтәре ҡунаҡханаһына ҡораллы һөжүм һөҙөмтәһендә йәш итальян ҡатынының башы яраланды. Зыян күреүсене Италия консульствоһы ярҙамы менән тыуған иленә оҙаттылар. Әлеге мәлдә уның ғүмеренә хәүеф янамай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий