четверг, 21 февраля 2013 г.

Ҡытай АҠШ-ҡа киберһөжүмдәрҙең нисек яһалыуын аңлатты.



 АҠШ-тың Америка компанияларына киберһөжүмдәр яһала тип ғәйеп тағыуын Ҡытай ҡырҡа инҡар итте. Белдереү Ҡытай телевидениеһы аша оборона министрлығы исеменән яһалды. ҠХР американлыларҙы  мәсьәләне техник йәһәттән тейешенсә өйрәнмәүҙә ғәйепләй,  һығымталарҙы ip-адрестарға таянып яһағандар, тип бара. ҠХР-ҙың оборона министрлығында шуны иҫкә төшөрҙөләр: сит ip-адрестарҙы файҙаланыу хакер һөжүме өсөн ғәҙәти хәл. Һуңыраҡ Ҡытай сит ил эштәре министрлығы АҠШ-ҡа ла дәғүәләр менән сығыш яһаны.

Хонг Ли, КХР-ҙың сит ил эштәре министрлығы вәкиле:

“Бындай спекуляциялар һәм нигеҙһеҙ ғәйепләүҙәр беҙгә профессионаллеккте күрһәтмәй кеүек тойола,  бындай яуапһыҙлыҡ проблеманы хәл итергә ярҙам итмәй. Ҡытай ҙа киберһөжүмдәр объекты булып тора, һәм шуны ла һеҙгә еткермәксебеҙ: тап АҠШ- Ҡытай зыян күргән киберһөжүмдәрҙең сығанағы.”

Шишәмбе көн АҠШ-та отчет баҫылып сыҡты, уның буйынса, Америка компанияларына яһалған хакерҙар һөжүмен Шанхай районында урынлашҡан Ҡытай армияһының хәрби частары яһай. Часҡа яҡынлашҡан бер нисә Көнбайыш хәбәрсеһен хәрбиҙәр туҡтата һәм объекттың фотолары менән хәтер картаһын конфискациялай.

Аҡ йорттағы сығанаҡтар, киберһөжүмдәргә яуап итеп, Пекинға ҡарата сауҙа санкцияларын индереү менән янай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий