среда, 20 февраля 2013 г.

Вашингтон Пекинды киберһөжүмдәр ойоштороуҙа ғәйепләй.



Вашингтон Пекинды, дөрөҫөрәге Ҡытай хәрбиҙәрен, алдынғы технологиялар өҫтөндә эшләүсе дәүләт учреждениеларына һәм компанияларына хакер һөжүме ойоштороуҙа ғәйепләй. Американың киберименлеген тәьмин итеүсе Mandiant фирмаһы быға дәлилдәр килтерҙе һәм интернеттағы һуғыштан күп илдәрҙең, бигерәк тә АҠШ-тың зыян күреүе тураһында хәбәр итте:

“Хәрбиҙәр, Ҡытайҙың рәсми кешеләре менән диалогҡа инеп, иң юғары даирәләрҙә хакерҙар эшмәкәрлеге проблемаһын күтәргәйнек. Беҙ быны дауам итәсәкбеҙ. Был мөһим проблема. Конгрестан эшлекле саралар күреүҙе талап итеп, ул проблеманы хәл итеү өҫтөндә президентыбыҙ эшләй, һәм ул ошо йүнәлештә эшләүҙе дауам итәсәк,-”тип белдерҙе Аҡ йорт вәкиле Джей Карни.

Mandiant  һөжүмдең, ул тәү сиратта инглиз телле ресурстарға яһала,  хакерҙар ҡулланған ҡатмарлы бәйләнештәре сылбырының осона сыға алған. Сылбыр осо Шанхайҙағы эшлекле Пудун районына алып килгән.

Компанияның вице- президенты Грэди Саммерс әфәнденең әйтеүенсә, “былар барыһы ла үҙаллы эш иткән айырым хакерҙар хаҡында һөйләмәй.” “Улар-код атамаһы “61398” булған Ҡытайҙың  Халыҡ азатлыҡ армияһының йәшерен подразделениеһының часы. Ә илдең коммунистар фирҡәһе был турала хәбәрҙар генә түгел, хатта төрлөсә яҡлай.”

Үҙ яғынан Ҡытай оборона министрлығы ғәйепләүҙәрҙе, “профессиональ түгел” һәм “ысынбарлыҡтан алыҫ тора” тип, ҡырҡа кире ҡаға:

“Ҡытай армияһы хакерҙар эшмәкәрлеген бер ҡасан да яҡламаны,-”тип белдерҙе Ҡытай хәрбиҙәре.

Комментариев нет:

Отправить комментарий