среда, 20 февраля 2013 г.

АҠШ-та Рәсәйҙән тәрбигә алған бала һәләк булған.



Шишәмбе көн Рәсәй депутаттары АҠШ ғаиләһендә Рәсәйҙән тәрбигә алған 3 йәшлек Максим Кузьминдың һәләк булыуы хаҡында һөйләште.
Малайҙың һәләк булыуы хаҡында дүшәмбе Рәсәй сит ил эштәре министрлығы Америка социаль яҡлау хеҙмәте материалдарына таянып белдереү яһаны. Министрлыҡтың белдереүендә Максим Кузьминдың “аҫрауға алған әсәһенең ҡаты мөғәмәләһе арҡаһында үлеүе тураһында әйтелә”.
“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй балаһының һәләк булыуы Америка сенаторҙары, Америка конгрессмендары өсөн фажиғә булманы. Ғөмүмән, Штаттарҙа ул бер кем өсөн дә фажиғә булмағандыр. Әммә беҙ, Дәүләт думаһы депутаттары, быға тыныс ҡына ҡарарға тейеш түгелбеҙ,-”тип белдерҙе Дәүләт думаһының ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары.
Әлеге мәлдә Техас штатының балаларҙы яҡлау хеҙмәте баланың ниндәй шарттарҙа үлеүен асыҡлай.
Үҙ сиратында, Рәсәй Тәфтиш комитеты енәйәт эше асты һәм Рәсәй вәкилдәренең АҠШ территорияһында тикшереү үткәреүҙә ҡатнашыуын талап итәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий