среда, 20 февраля 2013 г.

Брюссель аэропортындағы талау “алмас инсайдерҙары” эшеме?



Антверпендың Ховенирстраат урамында урынлашҡан донъяның алмас сауҙаһы йөрәге Брюссель аэропортындағы хәлдәрҙән һуң шаңҡып ҡалды. Планеталағы эшкәртелмәгән алмастың 80 % cамаһы ошондағы офистар аша үтә. Трейдерҙәр Евроньюс  хәбәрсеһенә талауҙың бизнесты ныҡ ҡаҡшатасағы хаҡында белдерҙе, сөнки был индустриялағы хәүефһеҙлек сараларының етерлек кимәлдә һәм етди булына шик тыуҙыра.

Каролин де Вольф,  Antwerp World Diamond Centreнең рәсми вәкиле:
”Ҡораллы 8 кешенең осош майҙанына үтеп инеүе бик аптыратты. Был беҙҙе уғата хәүефләндерә. Беҙ Брюссель аэропорты менән эшләйбеҙ, сөнки унда хәүефһеҙлек кимәле апарыу етди ҡуйылған. Шуны ла аңлам торам: гәүһәргә һорау кимәле юғары, шуға күрә беҙ уларҙы башҡа бер ҡасан да күрмәүебеҙ бик  ихтимал.”
Урланған таштар- эшкәртелмәгән алмастар. Уларҙы Швейцария Цюрихына оҙатырға тейеш булғандар. Әлегә полицияла енәйәттең мотивтары һәм заказ биреүселәре тураһында мәғлүмәт биреүҙе ҡулай күрмәйҙәр, ә бына Антверпен трейдерҙарының был хаҡта үҙ фекере бар:
Джеймс Фрейни, “Евроньюс:
”Ун йыл самаһы элек бер итальян бандаһы алмастар менән һатыу итеүсе был үҙәккә бәреп инә. Ул саҡ талаусылар урындағы хеҙмәткәр хәбәр иткән инсайдер мәғлүмәтенә таянып эш итә. Хәҙер, бындағы трейдерҙарҙың фараз итеүенсә, аэропорттағы талауҙың теүәллеге лә инсайдерҙар ярҙамынан тыш үтмәгәнлеге хаҡында һөйләй.”
 / инсайдер-үтә лә мөһим, йәшерен мәғлүмәткә эйә булған төркөм ағзаһы/
/трейдер-сауҙа процесынан мөмкин тиклем күберәк килем алырға тырышҡан биржа һатыусыһы, спекулянт /


Комментариев нет:

Отправить комментарий