вторник, 19 февраля 2013 г.

Ит ғауғаһы: Nestle буйлап та аттар сабып үтте.



Швейцарияның Nestle компанияһы, фирманың ит ярымфабрикаттарында ДНК буйынса тест йылҡы ите эҙҙәрен күрһәткәс, Италия һәм Испания магазиндарынан продукттарының бер өлөшөн кире ҡайтарырға мәжбүр булды.

Шулай итеп, Евроберләшмәнең күп илдәрендә шаулаған ит ғауғаһы донъяның иң ҙур аҙыҡ- түлек етештереүсеһен дә урап уҙманы. Иң ҙур аҙыҡ-түлек  һәм ит етештереүсе фирмаларының ғауғаға ҡыҫылышы асыҡланғас, Бөйөк Британияла һәм Евроберләшмәнең башҡа илдәрендә был хәлде тәфтишләү, Европалағы ит һатыу һәм етештереү сылбырының йомшаҡ ятарын тикшереү башланды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий