вторник, 5 февраля 2013 г.

Малалаға операция уңышлы үтте.



Пакистан талиптарының һөжүменән мөғжизә менән генә иҫән ҡалған Малала Йософзай шәмбе көн башына яһалған 2 операцияны уңышлы үткәрҙе.
Хирургтар өҫтәлендә ул 5 сәғәт үткәрҙе. Хәҙер Малала дауаланыуҙы дауам итә.
Тәүге операция барышында врачтар титан пластина ярҙамында ҡыҙҙың башындағы пуля үткән тишекте яманы, икенсе операция иһә уның һул ҡолағына ишетеү аппараты ҡуйырға мөмкинлек бирәсәк- һөжүмдән һуң Малала ул яҡтан ишетмәй башлағайны.
Операцияға ҡәҙәр биргән интервьюһында ул былай тип белдерҙе:
 “Аллаһ миңә йәнә ғүмер бирҙе, был, ысынлап та, яңынан тыуыу, яңы шанс алыу. Мин уны халҡыма хеҙмәт итеү өсөн, һәр ҡыҙ, һәр бала белем ала алһын өсөн файҙаланасаҡмын. Малала фондын беҙ бына шуның өсөн булдырҙыҡ.”
Әлегә мәлдә 15 йәштә булған ҡыҙ талиптар ҡулы аҫтында Сват йылғаһы үҙәнендәге тормошто һүрәтләгән блогы менән бөтә донъяға танылды. Октябрҙә “Тәхрик Талибан-и-Пакистан” хәрәкәте боевиктары балалар мәктәптән ҡайтып килгән автобусты туҡтата һәм, ҡыҙҙы табып, атып китә.
Һөжүм бөтә донъя халҡының асыуын ҡабартты, кешеләр, ҡыҙҙы яҡлап, демонстрацияларға сыҡты. Әйтергә кәрәк, Пакистанда 50 ислам дине әһеле Малаланы үлтереүселәргә фәтва сығарҙы. “Евроньюс”сайты менән танышыусылар Малала Йософзайҙы 2012 йыл кешеһе, тип таныны.


Комментариев нет:

Отправить комментарий