вторник, 5 февраля 2013 г.

Килешеү буйынса матчтар бығаса күрелмәгәнсә ҡолас йәйгән.



Европол тәфтишселәре килешеү буйынса футбол матчтары һәм уларҙың һөҙөмтәһенә ҡарата легаль булмаған париҙар үткәреүҙе ойоштороусы масштаблы халыҡ- ара селтәрҙе асыуға ирешкән.
Фараз итеүҙәренсә, 680 “килешеүараһында -донъя һәм Европа кубоктарына һайлап алыу матчтары, Чемпиондар лигаһындағы һәм Европа чемпионаттары юғары лигаһындағы осрашыуҙар.
Был коррупция селтәре 2008 йылдан 2011 йылға саҡлы эшләп килгән һәм, тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса, 8 миллион евро законһыҙ килем алыуға булышлыҡ иткән.
Европол етәксеһе Роб Уэйнрайт һүҙҙәре буйынса, “тәфтиш барышында беҙ бөтә Европа полицияһы эшен координацияланыҡ, шул маҡсаттан сығып, Европолдың 13 000 электрон хатты анализлауға нигеҙләнгән үҙенең материалдарын да, башҡа материалдарҙы ла файҙаландыҡ. Тәфтиш селтәрҙең эшмәкәрлеге йәйелдерелгән илдәрҙә конкрет ғәйепләүҙәр белдерергә мөмкинлек бирҙе.”
Тәфтишселәр ошондай 15 илде һанап сыҡты, ә бөтә селтәр менән Сингапурҙан идара иткәндәр.
Бер юлы төрлө континенттарҙың 10 иленән 50 кеше яһалма осрашыуҙар ойоштороуға йәлеп ителеүе ихтимал. 150  матчтағы енәйәти килешеүҙе иҫбатлаусы дәлилдәр табылған.
Тишереү тамамланғанға ҡәҙәр, Европол ғәйеплеләрҙе, шик аҫтындағы уйынсыларҙы, тренерҙарҙы, судьяларҙы һәм спорт агенттарын атауҙан баш тартты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий