вторник, 5 февраля 2013 г.

Иран президенты космонавт булырға әҙер.



Иран президенты Мәхмүт Әхмәҙинежад үҙе белдереүенсә, илдең тәүге космонавы булырға әҙер. Дәүләт башлығы һүҙҙәре буйынса, 4-5 йылдан Иран ғалимдары йыһанға кешене осора аласаҡ.

Ғинуар аҙағында Таһран биоҡап эсендәге маймылды йыһанға осорҙо. Эксперимент уңышлы тамамланды. Биоҡап, 120 километр бейеклеккә күтәрелеп, Ергә уңышлы килеп төштө.

Комментариев нет:

Отправка комментария