среда, 6 февраля 2013 г.

ҮРИ (ЦРУ) күҙлегенән 2030 йыл.



 Донъя 2030 йылда ниндәй буласаҡ? Киләсәкте һәм уның менән бәйле геосәйәси хәүефтәрҙе прогнозлау өсөн, Американың Үҙәк разведка идаралығы бөтә донъя буйынса мәғлүмәттәр йыйған. Глобаль йүнәлештәргә арналған докладты Американың разведка идаралығы һәр 4 йыл һайын баҫтырып тора.
Әлегә докладта шул раҫлана: планета халҡы йыл һайын миллиард кешегә артҡан осор тамамланған.
Шулай итеп, әгәр 2010 йылда Ерҙә йәшәүселәр һаны 6,8 миллиард булһа, 2030 йылда беҙ 8,5 миллиард буласаҡбыҙ.
Демографик прогноздар халыҡтың ҡартайыуы, ҙур тиҙлек менән миграцияның көсәйеүе тураһында һөйләй.
2030 йылда иң күп халыҡ йәшәгән илдәр исемлеге башында  Һиндостан һәм Ҡытай буласаҡ. Күҙаллауҙар буйынса, АҠШ өсөнсө урында, ә Рәсәй тәүге тиҫтә аҙағында торасаҡ.
2030 йылда донъя мегаполистар донъяһына әүереләсәк һәм хатта 2-3 ил территорияһын үҙ эсенә алған 30  тирәһе ҡала мега-регионы барлыҡҡа киләсәк. Ерҙәге ҡалаларҙың майҙаны бөгөнгөләренә ҡарағанда өс тапҡыр ҙурыраҡ буласаҡ.
2012 йылда Ер халҡының яртыһы ҡалаларҙа йәшәне. 2030 йылда 5 миллиард кеше, йәғни халыҡтың 60 проценты ҡалаларҙа йәшәйәсәк.
Американың разведка идаралығы дәүләт-ара конфликттарҙың һәм донъялағы граждандар һуғыштарының кәмеүен прогнозлай, әммә халҡы сағыштырмаса йәш булған һәм тәбиғи ресурстары сикләнгән илдәрҙә конфликт хәүефе үҫә барасаҡ. Был йәһәттән өс регион иҫкә алына: Яҡын Көнсығыш, Сахаранан көньяҡҡа табан Африка илдәре һәм көньяҡ- көнсығыш Азия.
ҮРИ 2030 йылда Ҡытай сәскә атасаҡ һәм үҙ артынан бөтә Азияны алға этәсәк, тип иҫәпләй. Ҡытай АҠШ менән Европаны халҡы, ВВП, хәрби сығымдары һәм яңы технологияларға инвестициялары буйынса уҙып китәсәк.
Әммә доклад авторҙары сланц нефте һәм газы арҡаһында энергетик бойондороҡһоҙлоҡ яулаған АҠШ-ҡа күренекле урын ҡалдыра. 2020 йылда уҡ нефть табыу буйынса Америка беренсе урынға сығыуы донъялағы хәлдәрҙең үҙгәреүенә, Сәғүд Ғәрәбстаны һымаҡ ҙур нефть табыусы илдәр менән мөнәсәбәттәрҙә етди үҙгәрештәргә килтереүе ихтимал.
Софи Дежардан, “Евроньюс”: Кисә Джон Керри, АҠШ-тың яңы дәүләт сәркәтибе, эш башланы. Хәҙер ул АҠШ-та абруйы буйынса икенсе урында торған кеше. 2030 йылда был вазифаның әһәмиәте ниндәй буласаҡ.? Америка һәм ҡалған донъя 20 йылдан ниндәй буласаҡ? Быларҙың барыһы хаҡында ла ҙур шау- шыу тыуҙырған ҮРИ эргәһендәге Милли разведка советы докладынан белергә мөмкин. 4 йылға бер баҫылып торған доклад бер нисә аҙна элек донъя күрҙе. Ул киләсәктең мөмкин булған сценарийҙарының  панорамаһы. Беҙ уның тураһында журналист, геосәйәсәт өлкәһендәге белгес, “Фигаро” гәзитенең элекке баш редактор урынбаҫары Стефан Маршан менән һөйләшәбеҙ.
Был доклад хаҡында нимә уйлайһығыҙ?
Cтефан Маршан: был докладта төп һорау бар: 2030 йылда Американың ҡеүәте һәм йоғоноһо ниндәй буласаҡ? Уға яуап бик үк асыҡ түгел. Американлыларға шул билдәле: 2030 йылда уларҙың иле 1945 йылдан алып алда килгән бөйөк держава түгел. Уларҙың гегемонияһына алмашҡа ниндәй көстәр килерен улар аныҡ ҡына белмәй, шуға күрә оптимистик сценарий менән бергә пессимистик сценарийҙы ла ҡарайҙар.
“Евроньюс”:Ҡыҫҡаһы, был сценарийҙар йә хеҙмәттәшлек, йә дезинтеграция менән бәйле. Авторҙар уның икенсеһе яғында, йәғни донъялағы тәртиптең боҙолоуы һәм дәүләттәр араһындағы конфликттар хәүефенең үҫә барыуы яғында. Был реаль сценариймы?

Стефан Маршан: Моғайын, Американың һәм башҡа илдәрҙең бөтә иғтибары Азияға йүнәлтелер. Азия ҡеүәтле иҡтисади зона рәүешендә аяҡҡа баҫып килә. Был аяҡҡа баҫыу тыныс булырмы, юҡмы? Унда Ҡытай мөһим роль уйнаясаҡ. Әгәр Ҡытай үҙен ышаныслы, тотороҡло итеп тойһа, ул позитив роль уйнаясаҡ. Әгәр үҙенең иҡтисади үҫешенә хәүеф тыуһа, халыҡтың ҡартайыу проблемаһын хәл итә алмаһа, әгәр нормаль социаль система төҙөй, эске тотороҡлолоҡҡа эйә була алмаһа, Азия хәүеф аҫтында ҡаласаҡ һәм, ғөмүмән, бөтә донъяға ауыр буласаҡ.
Тик шуны ла иғтибарға алырға кәрәк: иҡтисадтың ҡеүәтле булыуы дәүләттең ҡеүәтле булыуы тигән һүҙ түгел әле. Мәҫәлән, хәрби планда Ҡытай Америка армияһының хәрби ҡеүәтенән ныҡ артта. Йән башына килем йәһәтенән ул Румыния кимәлендә, шуға ла, Ҡытай АҠШ менән тиңләшерлек ҡеүәтле держава булғансы, күп ваҡыт үтәсәк.

“Евроньюс”: Был докладта, бер яҡтан, Американың донъяға ҡарашы сағыла, икенсе яҡтан, АҠШ-тың донъяла йоғонтоһо кәмей барыуы тураһында әйтелә. Бындай докладтар нимәгә кәрәк? Америка етәкселеген иҫкәртеү өсөнмө? Ил менән идара итеүенә йоғонто яһау өсөнмө?

Стефан Маршан: Бындай докладтар юлдар араһында яҙылғаны менән ҡиммәт. Ә унда беҙ американлыларҙың хәүефләнеүен күрәбеҙ. Улар иҡтисад өлкәһендә ҡыҫырыҡланасаҡтарын белә һәм ошо хәлдә нисек тә дилбегәне ҡулдан ысҡындымаҫҡа тырыша.

“Евроньюс”: Докладта еврозонаның тарҡалыуы йәки көсһөҙөрәк ағзаларының этеп сығарылыуы күҙаллана. Был турала нимә уйлайһығыҙ?

Стефан Маршан: Бик әҙ һөйләнгән нәмәләр - докладта иң ҡыҙығы. Тап Африка һәм Европа хаҡында бик әҙ һөйләнелә. Шул асыҡ: американлылар өсөн, Обама администрацияһы ла быны асыҡ күрһәтергә тырыша, Европа мөһим зона түгел. Европаны геосәйәси иҫәптәрҙә күҙ уңында тотмаһаң да була, тип уйлайҙар. Өҫтәүенә, иҡтисади йәһәттән уның берҙәмлеге хәүеф аҫтында тора. Еврозонаға килгәндә, уның тарҡалыуы хаҡындағы гипотеза йыш ҡабатлана.

Комментариев нет:

Отправить комментарий