Шаршамбы иртән Тунистың баш
ҡалаһында оппозиция лидеры Шокри Белаид атып үлтерелгән. Ул идара итеүсе “АН-Нахд”фирҡәһен ҡаты тәнҡитләп килде,
Демократик патриотик фирҡәнең генераль сәркәтибе булды һәм һул фирҡәләрҙән
торған “Тунис халыҡ фронты”ның етәкселәренең береһе
ине.
Шокри Белаид ҡала үҙәгендәге
йортона инер алдынан атып үлтерелә. Башындағы һәм муйынындағы яраларҙан һәләк
була.
Был сәйәси үлтереүгә
асыуҙарын белдереү өсөн, дауахана бинаһына һәм эске эштәр министрлығына
йөҙҙәрсә кеше килде.
Комментариев нет:
Отправить комментарий