четверг, 7 февраля 2013 г.

АҠШ-та йәнә аталар.



Денверҙағы шәхси йорттарҙың береһендә 10 йәшкә ҡәҙәр ике бала һәм ҡатын үлтерелгән. Йәнә бер бала яраланған. Ул бик аыр хәлдә хәстәханаға урынлаштырылған.

Шаршамбы көн иртән күршеләре атыу тауыштары ишеткән һәм полицияны саҡыртҡан Әле ваҡиғаны тикшереү бара.

Полицейскийҙар һүҙҙәре буйынса, һәләк булған ҡатын, балалар, яралы бала- бер ғаилә ағзалары.

Уҙған йылдың декабрендәге 20 баланы, 6 өлкән кешене һәләк иткән Ньютаун мәктәбендәге үлтерештән һуң, АҠШ президенты Барак Обама ҡорал һатыуҙы ҡаты контролдә тотоуға тәғәйенләнгән реформа хаҡында иғлан итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий