понедельник, 4 февраля 2013 г.

Израиль Дәмәшк янындағы объектҡа авиаһөжүмде раҫланы.



Йәкшәмбе Израиль оборона министры Эхуд Барак Дәмәшк янындағы объектҡа авиаһөжүмде раҫланы. Сүриә властары оборона министрлығының фәнни- тикшеренеү үҙәгенә һөжүмде “cуверенитетты иҫ киткес боҙоу”тип атаны. Иран иһә шаршамбылағы һөжүм Ливанға шиғийҙарҙың“Хезболлах”төркөмө өсөн ҡорал алып китеп барған конвойға яһалды, тип бара.
Израилдең сит ил эштәре министры урынбаҫары Даниэль Аялон Мюнхендә euronews хәбәрсеһе менән әңгәмәләшкәндә былай тине:
“Израилдең үҙ- үҙен һаҡлауға хоҡуғы бар, беҙ граждандарыбыҙҙы яҡларға бурыслыбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, регионда радикалләшеүҙең хәүефлерәк була барыуын күҙәтәбеҙ, ғөмүмән, “ғәрәп яҙы” тигәндәре “ислам ҡышына”әйләнә бара, бында Иран аятоллалары ҙур роль уйнай”.
Йәкшәмбе Дәмәшктәге һөйләшеүҙәр барышында Ирандың Милли именлек юғары советы сәркәтибе Сәит Йәлили Сүриә президенты Бәшәр Асадты Таһрандың тулыһынса яҡлауын һәм уның хеҙмәттәшлекте дауам итергә әҙер тороуын белдерҙе.
Алдараҡ Сүриә хөкүмәте Израиль Хәрби Һауа көстәре һөжүменә яуап бирергә вәғәҙә иткәйне.


Комментариев нет:

Отправить комментарий