понедельник, 4 февраля 2013 г.

“Fiat” “Chrysler”ҙы йота.



Италияның “Fiat”ы һәм американлыларҙың “Chrysler”ы берҙәм автомобиль компанияһына берләшә. Йәкшәмбе көн итальян концерны башлығы Серджио Маркионне 2014 йылда компанияларҙы ныҡлап берләштерергә ниәтләүҙәре хаҡында белдерҙе. Элегерәк Маркионне“Fiat” штаб-фатирының Италиянан АҠШ-ҡа күсерелеү ихтималлығы хаҡында әйткәйне.

  “Chrysler”акцияларының 60 проценты“Fiat”та- альянс өс йыл элек, Америка автоетештереүсеһе үҙен банкрот итеп иғлан иткәс төҙөлгәйне.

Италия компанияһының ҡалған акциялары АҠШ автосәнәғәт профсоюзы хеҙмәткәрҙәренең Берләшкән пенсия фондынан һатып алынырға тейеш. “Fiat”һәм фонд араһында ул өлөштөң хаҡы тураһында бәхәс сыҡты. Маркионне һүҙҙәре буйынса, был мәсьәлә 2014 йылда хәл ителәсәк.


Комментариев нет:

Отправить комментарий