четверг, 28 февраля 2013 г.

Болгария: майҙа ваҡытынан алда парламент һайлауҙары үтәсәк.



Болгарияла12 майҙа ваҡытынан алда парламент һайлауҙары үтәсәк. Был хаҡта кесе йомала республика президенты Росен Плевнелиев хәбәр итте. Аҙна элек ил парламенты премьер-министр Бойко Борисов һәм хөкүмәттең отставкаһын ҡабул итте.
Сәйәси көрсөк торлаҡ- коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙың ҡырҡа артыуына ҡаршы йәйелеп киткән акциялар арҡаһында килеп тыуҙы. Демонстрациялар йыш ҡына полиция менән бәрелешкә ҡәҙәр барып етте. Уҙған йәкшәмбе манифестацияларында Болгарияның 40 ҡалаһында 150 мең кеше ҡатнашты.
Хөкүмәт башлығы кисекмәҫтән энергия бүлеү компанияларының эшен тикшерергә һәм электр энергияһына хаҡтарҙы кәметергә саҡырҙы. Әйҙәүсе фирҡәләр яңы хөкүмәт төҙөүҙән баш тартты. Ваҡытлы кабинет ағзаларын хәҙер президент тәғәйенләргә тейеш.

Комментариев нет:

Отправить комментарий