четверг, 28 февраля 2013 г.

Немец сәйәсмәне Грилло һәм Берлускониҙы клоундар, тип атаны.



Визит менән Германияға килгән Италия президенты Джорджо Наполитано социал- демократ, киләһе парламент һайлауҙарына Германия социал- демократтары фирҡәһенән кандидат Пеер Штайнбрюк  менән алдан тәғәйенләнгән осрашыуҙан баш тартты. Сәбәбе- немец сәйәсмәненең Италиялағы һайлауҙар хаҡында тураһын әйтеп ташлауы. Һайлау алды сараларының береһендә Штайнбрюк илдең элекке премьеры Сильвио Берлускониҙы һәм комикты,”5 йондоҙ хәрәкәте” лидеры Джузеппе Гриллоны клоундар тип атаны.
Ике клоундың еңеүе мине уғата хәүефләндерҙе. Береһе- профессияһы буйынса клоун булған Грилло, ул бындай исемгә асыуланмаҫ тип уйлайым, икенсеһе- тестотерон кимәле артып киткән клоун,-”тине Штайнбрюк.
Һуңыраҡ ул, бер кемде лә хурларға йыйынмауы тураһында белдереп, Наполитано алдында ғәфү үтенде. Германия социал- демократтары фирҡәһенән кандидат ғауға сығарырҙай һүҙҙәрҙе беренсе тапҡыр ғына ҡулланмай, матбуғатта әйтеп кителгәнсә, был һайлаусылар алдында уның популярлығы артыуға ҡамасаулай ғына.

Комментариев нет:

Отправить комментарий