четверг, 28 февраля 2013 г.

Австралияла Ҡытайҙан килгән ярты тонна метамфетамин тартып алынған.



Австралияла ҙур күләмдә метамфетамин конфискацияланған. Сиднейҙың көнбайышындағы складтарының береһендә көслө тәьҫир итеүсе 585 кг наркотик тартып алынған. Ҡытайҙан килтерелгән был нәмә таҙартыу сараһы рәүешендә тоҡтарҙа һаҡланған.
Операцияға әҙерлек сентябрҙә, билдәһеҙ кешенең склад тирәһендәге шикле әүҙемлек хаҡындағы шылтыратыуынан һуң башлана. 3 кеше ҡулға алына.
“Конфискацияны ҡала кешеһенең сигналы арҡаһында яһай алдыҡ. Тикшереү башланыҡ һәм уның барышында енәйәтсел синдикаттың эшмәкәрлеген астыҡ һәм туҡтата алдыҡ,-”тип һөйләй полицейский Эндрю Шипионе.
Тартып алынған наркотиктар партияһының баҙар хаҡы 350 миллион евро самаһы. Тикшереү дауам итә, Австралияла һәм сит илдә яңы ҡулға алыуҙар булыуы ихтимал.

Комментариев нет:

Отправить комментарий