среда, 27 февраля 2013 г.

Төньяҡ Корея: интернетҡа сығыу.



Ҡунаҡтарға мөмкин булған нәмә хужаларға рөхсәт ителмәй.Төньяҡ Корея властары сит ил туристарына һәм КХДР-ҙа йәшәгән башҡа илдәрҙең граждандарына кеҫә телефондары аша интернетҡа сығыу мөмкинлеген бирҙе. Сит ил кешеләренә телефондарҙы индереү яңы ғына рөхсәт ителде. Төньяҡ Кореяның киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, сит ил кешеләре Skype, Twitter һәм Facebook аша бөтә донъя менән бәйләнеш булдыра ала.
Урындағы Koryolink операторының һатыу буйынса белгесе һөйләй:Бөгөн Technical Joint Venture company кәрәҙле интернет бәйләнешен хеҙмәтләндерә башланы. Ике төрлө бәйләнеш уңайлыҡтары тәҡдим ителә. Сит кешеләре SIM-карта ярҙамында телефондан интернетҡа инеү мөмкинлегенә эйә, 3G модем һатып алып, интернетҡа ноутбук аша инеү мөмкинлеге лә бар. Күптәр ҡәнәғәт булыр, тип уйлайбыҙ.”
КХДР-ға Американың Google эҙләнеү гиганты директорҙар советы рәйесе Эрик Шмидт килеп киткәндән һуң, бында интернетҡа сығыу мөмкинлеге асылды. Визит ғинуар башында булғайны. Төньяҡ Корея граждандарына килгәндә инде, улар өсөн локаль селтәр бар- интранет, уның ярҙамында халыҡ тик Төньяҡ Корея сайттарында ғына була ала.


Комментариев нет:

Отправить комментарий