среда, 20 марта 2013 г.

Ирак: баҫып инеп, 10 йыл үткәс.



Урамдарҙа көс ҡулланыу, коррупция, сәйәси тотоҡһоҙлоҡ- ошондай шарттарҙа Ирак АҠШ һәм Бөйөк Британия ғәскәрҙәренең был ғәрәп иленә баҫып инеүенең 10 йыллығын билдәләй. Беҙ булған Багдад райондарының береһендә тыныс. Ата- әсәләр балалары менән ял итеп йөрөй. Ләкин күптәрҙең күңеле тыныс түгел:

“Дөрөҫөн әйткәндә, барыһы ла элеккесә. Беҙ именлек теләйбеҙ. Балаларыбыҙ өсөн именлек кәрәк. Хәлдәр үҙгәреп тора. Ҡайһы саҡ тыныс була, ҡурҡыныс юҡ тибеҙ. Әммә киреһенсә лә булғаны бар. Был бик ауыр,-”ти балалы ҡатын.

Иракта ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, Саддам Хөсәйен бәреп төшөрөлгәндән һуң, ил ауыр иҡтисади үҫеш кисерә. Улар яңы магазиндарҙы һәм автосалондарҙы миҫал итеп килтерә. Ирак хәҙер- ОПЕК-та иң ҙур нефть етештереүсе. Нефть һатыуҙан алынған килемгә иҡтисад үҫә.

Шул уҡ ваҡытта, хоҡуҡ һаҡлау ойошмаларының береһе хәбәр итеүенсә, 2003 йылдан 2013 йылға ҡәҙәр Иракта 112 меңдән 122 меңгә ҡәҙәр тыныс халыҡ һәләк булған һәм әле лә һәләк булыуын дауам итә.

“Һис нәмә үҙгәрмәне. Хәлдәр хөртәйгәндән хөртәйә бара. Һеҙ Багдадта йөрөйһөгөҙ һәм үҙегеҙ ҙә күреп тораһығыҙ,-”ти Ирак баш ҡалаһы кешеһе. Уның фекере буйынса, уҙған йылдарҙа халыҡ өсөн бик әҙ эшләнгән. Миҫал итеп ул Багдадтағы был райондың үтә лә ауыр хәлен күрһәтә. Күпселек ғаиләләр ваҡытлыса торлаҡтарҙа, санитария түбән кимәлдә булған ауыр шарттарҙа йәшәй. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий