Белоруссия президенты Александр Лукашенко власты мираҫ
буйынса тапшырырға ниәтләмәүе хаҡында белдерҙе. Был турала ул Санкт-Петербургҡа
визиты ваҡытында Рәсәй телеканалдарының береһенә биргән интервьюһында әйтте.
“Власты кемгәлер тапшырырға тейешмен тигән уй миндә
юҡ. Яҡындарыма, туғандарыма, балаларыма власты тапшырмаясаҡмын, тип ант иттем.
Бының булыуы мөмкин түгел,-”тине Белоруссия президенты.
Хәбәрсенең һорауҙарына яуап биреп, Лукашенко Минскиҙа
гей-парад үткәрелеүе ихтималлығын инҡар итмәне. Уны тыйырға йыйынмауы тураһында
белдереп, сексуаль әҙселекте тәшкил итеүселәргә мөнәсәбәтен дә йәшермәне:
“Ярай, ҡатын-ҡыҙҙарға лесбиянлылыҡтарын ғәфү итәм,
әммә ир-аттың “зәңгәрлеген” бер ҡасан да ғәфү итмәйем. Ни өсөнмө?
Ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәрҙең
эшкинмәгән булыуы өсөн лесбиянка.”
Көнбайышта диктаторлыҡта һәм Белоруссияла граждандар
азатлығын баҫтырыуҙа ғәйепләнгән Лукашенконың гел төпсөк улы Коляны эйәртеп
йөрөүе арҡаһында уның вариҫы мәсьәләһе Европа киң мәғлүмәт саралары иғтибар
үҙәгенә эләкте. Мәҫәлән, аталы-уллы Лукашенколар Венесуэла президенты Уго
Чавесты һуңғы юлға оҙатыуҙа ла бергә булды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий