среда, 20 марта 2013 г.

Сүриәлә власть һәм оппозиция бер-береһен химик ҡорал ҡулланыуҙа ғәйепләне.



Сүриәнең САНА агенствоһы белдереүенсә, Алеппо провинцияһының Хан әл-Асаль районында ҡораллы оппозиция химик матдәле заряд һалынған ракета ебәргән. Һөжүм һөҙөмтәһендә, кәм тигәндә, 16 кеше һәләк булған, бер нисә тиҫтә кеше яраланған. Икенсе мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булыусылар- 26. Ниндәй химик матдә ҡулланылыуы хаҡында хәбәр ителмәй.

Сүриә властары баш күтәреүселәрҙе ғәйепләй. Дәмәшк адресына дошмандары ла ғәйепләүҙәр яуҙыра. Сүриә оппозицияһының Милли коалицияһы вәкиле бына нимә тине:

Әгәр химик ҡорал ҡулланылған булһа, быға беҙҙең шигебеҙ ҙә ҙур, быны асыҡлау өсөн тикшереү үткәрәбеҙ.Әгәр химик ҡорал ҡулланылған икән, ә ундай ҡорал хөкүмәт ҡулында ғына бар, ул ҡорал тыныс халыҡҡа ҡаршы файҙаланылды.

Сүриәләге конфликт 2011 йылдың мартынан бирле дауам итә. 70 мең самаһы кеше һәләк булды. Сүриә властарының әйтеүенсә, яҡшы ҡоралланған боевиктарға ситтән ярҙам күрһәтелә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий