понедельник, 18 марта 2013 г.

Ригала СС ветерандары тантаналы йөрөшө ваҡытында 5 кеше ҡулға алынды.



Шәмбе көн Латвия баш ҡалаһы Ригала бер нисә йөҙ кеше Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында совет ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа һәләк булған“Ваффен СС” латыш легионы һалдаттары һәм офицерҙары хөрмәтенә ойошторолған танатаналы йөрөштә ҡатнашты.

Улар Оккупация музейынан алып Азатлыҡ һәйкәленә ҡәҙәр үтте. Бында уларҙы нацистарҙың енәйәттәре хаҡында сығыш яһаған антифашистар пикеты ҡаршы алды.

Полиция бәрелешкә юл ҡуйманы. Полицейскийҙарға ярҙамға махсус подразделениелар килеп етте һәм, атифашистарҙы ҡамап алып, репродукторҙарҙы һүндерергә мәжбүр итте. Тәртип һағында тороусылар легионерҙар тантаналы йөрөшөндә ҡатнашыусыларҙың бишәүһен ҡулға алды.

СС-тарҙың латыш легионы Германия командование тарафынан Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Латвия территорияһындағы ике гренадерҙар дивизияһынан төҙөлә. Легионда 150 мең кеше хеҙмәт итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий