понедельник, 18 марта 2013 г.

Һиндостан: Швейцария ҡатынын көсләүселәр үҙҙәренең ғәйебен таныған.



Швейцариянан турист ҡатынды көсләүҙә шик аҫтына алынған 5 бәндә үҙҙәренең ғәйебен таныған. Уларҙы, йәкшәмбе көн ҡулға алып, һорау алғандар.

Был хәл Мадхья-Прадеш штатында йома көн булған. 39 йәшлек ҡатын һәм уның ире велосипедтарҙа Таж Махалға китеп барған. Датиа округында улар төн ҡунырға була һәм палатка ҡора. Бында туристарға ир-ат һөжүм итә: берәүҙәре ирҙе тотоп тора, ҡалғандары ҡатынды көсләй һәм видеокамера, ноутбук, туристарҙың бөтә булған аҡсаларын алып ҡаса.

Беҙ төрлө яҡлап һорау алыу ойошторасаҡбыҙ һәм урланған әйберҙәрҙе кире ҡайтарасаҡбыҙ,-ти полиция вәкиле.-Шик аҫтындағы ул кешеләргә ДНК анализын үткәрәсәкбеҙ. Әгәр уларҙың ғәйепле булыуҙары раҫланһа, тәфтиш материалдары судҡа тапшырыласаҡ һәм ғәйеплеләр язаһын аласаҡ.”

2012 йылдың декабрендә Дели автобусында 22 йәшлек ҡыҙ күмәкләп көсләүгә дусар булғандан һуң, Һиндостанда был тема айырыуса ҡырҡыу төҫ алды. Бөтә ил буйынса, ундай енәйәттәр өсөн яуаплылыҡты ҡатыландырыуҙы талап итеп, ҙур-ҙур манифестациялар үтте.

Һиндостанда көс ҡулланыуҙар буйынса суд эштәрен тиҙләтергә йыйыналар. Уға яза ла хәҙер ҡаты- ғәйепле үлем язаһына хөкөм ителеүе ихтимал.

Комментариев нет:

Отправить комментарий