понедельник, 18 марта 2013 г.

Пакистан: хөкүмәт һәм парламент алған вәкәләтен тамамланы.



Пакистандың парламенты һәм хөкүмәте майға тәғәйенләнгән һайлауҙар алдынан үҙ вәкәләттәрен тамамланы. Һайлау тарихи әһәмиәткә эйә- илдә тәүге тапҡыр демократик рәүештә һайланған хөкүмәт икенсеһе менән алмашынасаҡ. Һайлауҙар алдағы 60 көн арауығында(тәғәйен генә көнө билдәле түгел)  күп һанлы теракттар, талиптарға ҡаршы алып барылған хәрби хәрәкәттәр фонында уҙасаҡ.

Карачи кешеһе һөйләй:

Аллаһ һаҡлаһын! Һеҙ нимә һөйләйһегеҙ? Беҙ 5 йыл буйы уларға ҡарап туйҙыҡ. Инде шул етмәйме ни? Аҡылдары теүәл булмағандар ғына йәки ниндәйҙер үҙ файҙаларын уйлағандар ғына, моғайын, уларға тауыш бирер. Үҙ иленә төкөрөп ҡарамағандар уларға тауыш бирмәҫтәр, тип өмөтләнәбеҙ.”

“Һуңғы 5 йыл беҙгә инфляция, эшһеҙлек һәм хафаларҙан башҡа бер нәмә лә алып килмәне. Хөкүмәт проблемалар ғына тыуҙырҙы. Улар бөтә нәмәне үҙ яйына ҡуйҙы, барыһын емереп бөттө.”

Һайлауҙарҙа идара итеүсе фирҡәнең төп дәғүәселәре- элекке премьер Нәүәз Шәрифтең Пакистан мосолман лигаһы һәм элекке крикет йондоҙо Имран Хан етәкселек иткән “Ғәҙеллек өсөн хәрәкәте”(“Техрик-е-Инсаф”).

Комментариев нет:

Отправить комментарий