Илдең төп сәйәси
көстәре-Консерватив, Либерал- демократик һәм Лейбористар фирҡәләре,-тип хәбәр
итә ИТАР-ТААС,-урындағы журналистарҙың эшмәкәрлегендә сиктән уҙыуҙарға кәртә
ҡуйыусы орган төҙөү буйынса уртаҡ фекергә килде. Был турала дүшәмбелә Британия
премьер-министры Дэвид Кэмерон хәбәр итте:
“Беҙ бөгөн матбуғат
эшмәкәрлеген көйләү буйынса фирҡә-ара килешеү төҙөнөк. Ул беҙҙең журналистар
тикшереүе һәм һүҙ иркенең бөйөк традицияларына тап килә. Килешеү ғәйепһеҙҙәрҙең
һәм яҡлауға мохтаждарҙың хоҡуҡтары һағында торасаҡ. Киң мәғлүмәт сараларына
минең мөрәжәғәтем аныҡ: беҙ фекер алыштыҡ, хәҙер эш төҙөлгән системаға
нигеҙләнеп алып барылырға тейеш.”
Бөйөк Британиялағы киң
мәғлүмәт саралары азатлығы хаҡындағы шаулы бәхәстәр лорд Левенсон комиссияһының
журналистарҙың законһыҙ рәүештә телефон аша барған әңгәмәләрҙе тыңлауын
тикшергәндән һуң ҡуйырып китте. Ҡыҙыҡһыныусан журналистар ҡорбандары-
сәйәсмәндәр, шоу-бизнес йондоҙҙары һәм башҡа билдәле британлылар.
Ғауға Руперт
Мэрдоктың“News of the World”баҫмаһы ябылыуға һәм байтаҡ отставкаларға алып
килде.
Комментариев нет:
Отправить комментарий