вторник, 19 марта 2013 г.

Көнбайыш ярҙа Обаманы көтмәйҙәр.



Иордандың Көнбайыш ярында Барак Обама килеүенә шатланыу күренмәй. Вифлеемда фәләстиндар төркөмө АҠШ президентының регионға килеүе уңайы менән эленгән плакатты йолҡоп алды. Был ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар фекеренсә, АҠШ Израилде яҡлай һәм шул рәүешле фәләстиндарҙың хоҡуҡтарын аяҡ аҫтына һалып тапай.

Обама һүрәтенә ботинкалар осто, ә был ғәрәп донъяһында мыҫҡыллауға һанала. Сүп һауытына ырғытыр алдынан, манифестацияла ҡатнашыусылар уға свастикалар төшөрҙө һәм яндырырға маташты.

Үҙенең өс көнлөк визиты барышында Израилдән тыш Америка лидеры Фәләстин автономияһында, шул иҫәптән Вифлеемдағы Христос Раштыуаһы сиркәүендә булырға уйлай.

Обама үҙенең икенсе мандаты осоронда конфликттың ике яғында тороусыларҙы һөйләшеүҙәр башлауға этәрә алырмы- быныһын инде ваҡыт күрһәтер.

Комментариев нет:

Отправить комментарий