АҠШ армияһы рядовойы Брэдли Мэннинг
йөҙҙәрсә йәшерен документты«Викиликс»ҡа биреүҙә үҙенең ғәйебен таныны. Уның
һүҙҙәре буйынса, ул быны Америка йәмәғәтселегенең иғтибарын АҠШ армияһы һәм
тышҡы сәйәсәте проблемаһына йүнәлтеү өсөн эшләгән.
Мэннинг ғәйебен өлөшләтә генә таныған- 20
йыл төрмә янаған 10 мөһим пункт буйынса ғына. Шпионлыҡта һәм дошманға ярҙам
итеүҙә рядовой ғәйебен танымай.
Ирактағы АҠШ хәрби разведкаһының элекке
аналитигы Брэдли Мэннинг 2010 йылда ҡулға алына. Уны Джулиан Ассанж сайтына Афғанстандан
һәм Ирактан меңдәрсә мәғлүмәт, йөҙҙәрсә дипломатик депеша һәм башҡа
документтарҙы тапшырыуҙа ғәйепләйҙәр. Яҙмалар араһында Америка һалдаттарының ираклылар
төркөмөн вертолеттан аттҡан видеоһы ла бар.
Мэннинг эше буйынса төп процесс 3 июндә
башланасаҡ. СИЗО-ла күргән яфалары өсөн, ул төрмәлә 112 көнгә әҙерәк ултырасаҡ,
тип ҡарар ителгән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий