пятница, 1 марта 2013 г.

Harlem Shake самолеттар өсөн хәүефлеме?



АҠШ-тың граждандар авиацияһы федераль идаралығы Колорадо-Спрингстан Сан-Диегоға йүнәлгән самолет бортында ойошторолған бейеү осош именлеген хәүеф аҫтына ҡуймағанмы икәнлеген асыҡлай.
Интернетта “Гарлем һелкенеүеатамаһын алған флеш-моб ҡыҙыҡһынып ҡараусылар һаны буйынса рекорд ҡуя. Harlem Shake роликтарын бөтә донъяла төшөрәләр. Уларҙың асылы ябай: тәүге 15 секундта бер кеше ҡыҙыҡлы хәрәкәттәр яһай, ә аҙаҡ уға башҡалар ҡушыла. Ролик ярты минут дауам итә. Музыкаль яҡтан биҙәү өсөн, Harlem Shake америка синглынан өҙөк файҙаланыла.
Популяр бейеү хөкүмәткә ҡаршы демонстрацияларҙа ҡатнашыусыларға ла оҡшап ҡалды. Мәҫәлән, Ҡаһирәлә  президент Мөхәммәт Мөрсиҙең сәйәсәтенә ҡаршылыҡ йөҙөнән 400 самаһы кеше “Мосолман туғандар”штаб- фатиры эргәһендә бейене. Ә 1 мартта Тунис оппозицияһы мәғариф министрлығы бинаһы алдында бейергә әҙерләнә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий