суббота, 2 марта 2013 г.

Германия: Берлин стенаһының бер өлөшөн емереүгә ҡаршы акциялар.



Асыҡ күк аҫтындағы данлыҡлы“Ист сайд гэлери”художество галереяһының бер өлөшө булып торған  Берлин стенаһын емереү Германия баш ҡалаһында ҡаршылыҡ демонстрацияһы башланыуға сәбәпсе булды. Төрлө илдәрҙән тиҫтәләрсә рәссам блоктарҙа 1989-1990 йылдарҙағы ФГР-лағы ваҡиғаларҙы сағылдырғайны.
Быйыл яҙ бында күп ҡатлы йорт төҙөлә башлаясаҡ. Властарҙың уйынса, стенаның бер өлөшө махсус техниканың үтеүенә ҡамасаулаясаҡ.
Һүҙ акцияла ҡатнашыусыларға:
“Мин үҙем стенаны ҡалдырыу яғында. Был беҙҙең тарих. Берлин Берлин булып ҡалыуын теләйем. Стена кәрәк, ул бында ярты быуат торҙо. Нимәгә беҙгә күккә ашҡан йорттар, нимәгә беҙгә люкс класлы фатирҙар. Берлин кире яҡҡа үҙгәрә, шуның өсөн дә мин бөгөн бында.”
Властарҙың белдереүенсә, блоктар һәм ундағы картиналар һаҡланасаҡ һәм Шпрея йылғаһының икенсе яҡ ярында, элекке торған урындарына ҡаршы урынлаштыраласаҡ. Әммә йәмәғәтселекте был тынысландырмай.

Комментариев нет:

Отправка комментария