суббота, 2 марта 2013 г.

Европа: ит ғауғаһынан һуң, һөт ғауғаһы ҡупты.



 Европала йылҡы ите тирәләй ғауға туҡтап та өлгөрмәне, яңыһы ҡупты. Германияла мал кукурузында яман шеш, афлатоксин В1 барлыҡҡа килтереүсе  үңәҙ бәшмәге табылған. Һүҙ 45 мең тонна зарарланған аҙыҡ хаҡында бара. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса ул ФГР-ға Сербиянан килтерелгән һәм мөгөҙлө эре мал, сусҡа, ҡош- ҡортто ашатыу өсөн тәғәйенләнгән булған.

Урындағы властарҙың белдереүенсә, халыҡҡа хәүефләнергә сәбәп юҡ. Төньяҡ Рейн- Вестфалия федераль ере ауыл хужалығы министры һөйләй:

Афлатоксин В1- яман шеш тыуҙырыусы ағыулы  һәм канцерогенлы субстанция. Был нәмәләр аҙыҡ- түлектә булырға тейеш түгел. Һөттөң сифаты өҫтөнән контроль беҙҙә ҡаты ҡуйылған.“

Афлактоксин В-1-ҙең мал аҙығында максималь нормаһы-килограмға- 0,02 микрогамм. Үңәҙ бәшмәге менән зарарланған кукурузда афлафтоксин 10 тапҡыр күберәк. Властар ҡурҡыныс мал аҙығының Германияға килеү юлын һәм һөттөң сифатын тикшерә.

Комментариев нет:

Отправка комментария