воскресенье, 3 марта 2013 г.

Янукович Мәскәүгә” торбанан” бергәләп файҙа күреүҙе тәҡдим итмәксе.



Украина газ мәсьәләһендә Рәсәйҙән бойондороҡһоҙораҡ була бара- Украина лидеры Виктор Януковия 15 ай эсендәге тәүге матбуғат конференцияһында шул турала белдерҙе. Дүшәмбе ул визит менән Мәскәүгә юлланасаҡ, унда ул Киевҡа ебәрелгән газ хаҡтары мәсьәләһен ҡайтанан күтәрмәксе. Яуап рәүешендә Янукович “Газпрому”ға Европалағы партнерҙары менән бергәләп Көнбайышҡа ебәрелеүсе Рәсәй газы транспорт системаһын ҡулланыу буйынса предприятие төҙөргә тәҡдим итмәксе.

Украина президенты Виктор Янукович: “Беҙҙең тәҡдимебеҙ ябай: ГТС, йәғни торба, дәүләт ҡарамағында ҡала, бер кем дә уны һатмай. Шартлы рәүештә буласаҡ предприятие уны арендаға ала һәм газ оҙатыу миҡдарын, модернизация мәсьәләрен хәл итә.”

Юлия Тимошенко һәм Юрий Луценколар яҙмышы-Украина власы өсөн йәнә бер һиҙелерлек мәсьәлә. Янукович шул турала аңғартты: ҡануниәттең “гуманлашыуы” менән бәйле элекке премьерға сығарылған хөкөм ҡарары ҡайтанан ҡаралыуы ихтимал, эске эштәр министры хаҡында ул асығыраҡ белдереү яһаны:”Ул бик ҡатмарлы хәлдә. Әгәр кассация суды уны азат итмәһә, мин уны ярлыҡау мәсьәләһен ҡараясаҡмын.”

Һүҙ иркен ҡыҫымға алыуға ҡаршылыҡ йөҙөнән бер нисә журналист матбуғат конференцияһына Янукович битлегендә килде. Улар проблемаға президенттың иғтибарын йүнәлтергә уйлағайны, әммә һаҡсыларҙың иғтибарын ғына йәлеп итә алды. Журналист ҡатынды залдан сығарып ебәрҙеләр, тик коллегаларының, шул иҫәптән “Евроньюс”хәбәрсеһенең дә талабы буйынса уны матбуғат конференцияһына кире индерҙеләр.

Комментариев нет:

Отправка комментария