воскресенье, 3 марта 2013 г.

Колумбия хөкүмәте һәм ФАРК араһындағы һөйләшеүҙәр уңышлы бара.



Колумбия хөкүмәте вәкилдәре һәм баш күтәргән ФАРК төркөмө араһындағы һөйләшеүҙәр уңышлы тамамланды. Был хаҡта ике яҡ та белдереү  яһаны һәм төп мәсьәлә - аграр реформа өлкәһендә етди уңышҡа ирешеүҙәрен билдәләп үтте. ФАРК вәкилдәре үҙ милкенән яҙған крәҫтиәндәр ерҙәрен кире ҡайтарып алыр, тип өмөтләнә.

Процесты тыныс юл менән яйға һалыу мәсьәләһендә тәүге тапҡыр алға китеш һиҙелә,-тип белдерҙе ФАРК вәкиле Иван Маркес.-Ниндәйҙер эш алып барамы-юҡмы, был конфликт өсөн хөкүмәт яуаплы.

Һөйләшеү Куба баш ҡалаһында бара, ул уҙған көҙ аҙағында башланды һәм март уртаһында дауам итәсәк.

“Һөйләшеүҙәрҙең һөҙөмтәләр талап ителгән мөһим мәле етте,-тип иҫәпләй хөкүмәт вәкиле.-Ер хаҡында килешеү төҙөп, беҙ башҡа мәсьәләләргә лә күсә аласаҡбыҙ.”

БМО-ның күптән түгелге докладында әйтелгәнсә, Колумбияла халыҡтың 1,15 проценты ауыл хужалығы ерҙәренең 52 процентын үҙ ҡулында тота, шул рәүешле тигеҙһеҙлек бында Латин Америкаһының башҡа илдәренә ҡарағанда көслөрәк.

Комментариев нет:

Отправка комментария