Рәсәй президенты Владимир Путин
йома көн, 28 март төнөндә приказ бирелгән Ҡара диңгеҙ районындағы киң масштаблы
хәрби уйындар барышын тикшереү өсөн, Краснодар крайына килде.
Уйындарҙың маҡсаты-
көтөлмәгәндә ғәскәрҙең хәрби әҙерлеген тикшереү. Манерҙарҙа 7 000 хәрби
хеҙмәткәр, 36 корабль, тиҫтәләгән самолет, вертолет һәм йөҙҙәрсә хәрби техника
берәмеге ҡатнаша.
Был уйындар һуңғы 2 ай
эсендәге Рәсәй армияһының планлаштырылмаған икенсе маневры. Февралдә һуңғы 20
йыл эсендә тәүге тапҡыр тревога буйынса Үҙәк һәм Көньяҡ хәрби округ ғәскәрҙәре
күтәрелгәйне.
Ҡара диңгеҙ буйында Рәсәй
армияһы подразделениелары үҙ-ара бәйләнеште үҙләштерһә, Тбилиси янында Грузия
хәрбиҙәре оҫталыҡтарын арттыра.
Вазиан полигонында“Һуғышсан
рух 2013” Америка-Грузия хәрби уйындары бара. Унда АҠШ-тың 400 диңгеҙ пехотаһы
хеҙмәткәре ҡатнаша. Был маневрҙар Грузия һәм АҠШ араһындағы “Стратегик партнерлыҡ
хартияһы”сиктәрендә үткәрелә,
ул оборона өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте лә күҙ уңында тота.
Комментариев нет:
Отправить комментарий