суббота, 30 марта 2013 г.

Киевтың ер аҫты үткәүелендә хаҡлы ялдағылар өсөн дискотека.



75 йәшлек Микола Милевский һәм 62-һен тултырған Наталия Столярчук Киев метроһының “Театральная” станцияһындағы ер аҫты үткәүеленә дискотекаға йыйына. Бына 20 йыл инде һәр шәмбе бында баш ҡала пенсионерҙары йыйыла.
Нормаль бинаны арендаға хаҡлы ялдағылар ала алмай- кеҫә яғы таҡырыраҡ, шуға күрә властар уларға ер аҫты үткәүелендәге майҙансыҡты файҙаланырға рөхсәт иткән. Өлкән йәштәгеләр, бында килеп, уҙған йәшлектәрен иҫкә төшөрә, гармунға бейей.
“Мин бейергә килдем,-тип хәтерләй Наталия Столярчук,-күңелем бик бойоҡ ине. Бейеү тамамланып килгәндә, яныма Микола Вячеславович килде һәм бейергә саҡырҙы. Ул миңә оҡшаны, мин уға. Бер күреүҙән бер-беребеҙҙе яраттыҡ. Шулаймы?
“Эйе. Барыһы ла тап шулай булды,- тип раҫлай Микола Милевский.-Шунан алып беҙ айырылышҡаныбыҙ юҡ”.
Ер аҫты үткәүелендәге майҙансыҡ оло йәштәгеләрҙең күбеһе өсөн буш ваҡытын уҙғарыу, яңғыҙлыҡтан ҡасыу һәм йәштәштәре менән аралашыу өсөн, моғайын, берҙән-бер саралыр. Йәш, һау саҡтағы ваҡыттарына ҡайтыу мөмкинлеге лә был.

Комментариев нет:

Отправить комментарий