Кесе йома, Дәмәшк
университетының архитектура факультетын минометтан утҡа тотоу сәбәпле, 12
студент һәләк булған, 20-нән ашыуы төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәттәре алған.
Университет территорияһын кем утҡа тотоуы бик үк асыҡ түгел, әммә урындағы киң
мәғлүмәт саралары ғәйепте баш күтәреүселәргә ауҙара.
Сүриәнең “Әл-Ихбарийә” телеканалы мәғлүмәттәре
буйынса, бер нисә снаряд байтаҡ студенттар йыйылған ашханаға эләккән.
Дәмәшк университеты ҡаланың халыҡ
күп йәшәгән Барамка районында урынлашҡан. Ул бер нисә көн рәттән көслө миномет уты аҫтында булған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий