пятница, 29 марта 2013 г.

БМО илдәре ҡоралды нисек һатыу хаҡында килешә алманы.



Ҡорал һатыу буйынса халыҡ-ара килешеү  төҙөргә тейешле конференция уңышһыҙлыҡҡа осраны: Нью-Йоркта 10 көн барған һөйләшеү барышында БМО-ның 193 ил-ағзаһы документ проекты буйынса уртаҡ тел таба алманы. БМО-ның Генераль сәркәтибе Пан Ги Мун үҙенең “бик ҙур ҡәнәғәтһеҙлеген” белдерҙе һәм “килешеү төҙөү юлдарын эҙләү дауам ителер”тигән өмөттә ҡалды.

Документ Иран, КХДР һәм Сүриәнең позицияһы арҡаһында ҡабул ителмәне, улар уны“баланслы түгел”, тип атаны. Сүриәнең БМО-лағы илсеһе Бәшәр Йәғәфәр иленең килешеү идеяһын яҡлауын, әммә баш күтәреүселәргә ҡорал һатылыуы менән риза түгеллеген белдерҙе:

Минең илем ҡорал менән сауҙа итеүҙе легалләштереү яғында, сөнки законһыҙ сауҙа бөтә донъяла тыныслыҡ һәм именлек өсөн ҡот осҡос хәүеф тыуҙыра. Иң ғибрәтле миҫал- минең илемдең ғазаптары; ҡанлы сауҙа арҡаһында, беҙҙең халыҡҡа ҡаршы һуғышҡан террористар ярҙам ала.”

Конференция һөҙөмтәләре буйынса килешеү төҙөү өсөн, барыһының да берҙәм рәүештә уны хуплауы кәрәк ине. Киләһе аҙнада документ БМО-ның Генераль Ассамблеяһында тауышҡа ҡуйыласаҡ- унда, килешеү төҙөү өсөн, 50 дәүләттең хуплауы ла етәсәк. Халыҡ-ара килешеү йыллыҡ әйләнеше 70 миллиард доллар тәшкил иткән ҡорал  сауҙаһы өҫтөнән ҡаты контроль булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Комментариев нет:

Отправить комментарий