пятница, 29 марта 2013 г.

КХДР АҠШ-тың базаларына ракета һөжүме яһарға уйлай.



“Америка империалистарына үлем!”-Пхеньяндағы күп меңлек парадта ҡатнашыусылар, Ким Чен Ын-ға тулыһынса теләктәшлек белдереүҙәрен күрһәтеп, шулай тип һөрәнләне.

Уҙған төндәге ғәҙәттән тыш ултырышта КХДР лидеры, теләһә ниндәй ваҡытта Американың Көньяҡ Кореялағы һәм Тымыҡ океандағы, шул иҫәптән Гавай утрауҙарындағы хәрби базаларына һөжүм яһар өсөн, ракета ғәскәрҙәрен хәрби әҙерлек хәлендә тотоу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Хәбәр итеүҙәренсә, алыҫ һәм урта радиуслы ракеталар дислокацияһы районында хәрбиҙәрҙең һәм техниканың әүҙем күсеше теркәлгән-  Америка стратегик бомбардировкаларының ил сигенә яҡын осошона Пхеньян шулай яуап бирҙе.

КХДР-ҙа сираттағы ядро һынауҙары булып үткәндән һуң, АҠШ һәм Көньяҡ Корея бергәләп хәрби уйындар үткәрергә ҡарар итте, БМО Именлек Советы берҙәм рәүештә яңы санкциялар өсөн тауыш бирҙе. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий