Тарихта тәүге тапҡыр Америка президентын һаҡлау эше ҡатын
кешегә йөкмәтелде. 53 йәшлек Джулия Пирсон АҠШ президентының Йәшерен хеҙмәт
етәксеһе вазифаһын алды.
Был ведомство Аҡ йорт башлығын, элекке президенттарҙы
һаҡлау менән шөғөлләнә, бынан тыш ялған аҡсалар баҫыу кеүек финанс енәйәттәрен
тикшерә.
“Әлбиттә,
ул бығаса йәшәп килгән агенство етәкселәре шаблонына тура килмәй; коллегалары
уның менән ғорурланалыр, тип уйлайым,-ти АҠШ президенты.- Беҙ уның үҙ бурыстарын һәйбәт башҡарыуына
шикләнмәйбеҙ.”
Ғинуарҙа ведомствоның элекке етәксеһе “Картахена
ғауғаһы”тулҡынында отставкаға китте- Обаманың Колумбияға визиты барышында уның
һаҡсыларын фәхишәләр менән күргәндәр. Был фонда Йәшерен хеҙмәт етәксеһе итеп
ҡатын кешенең һайланыуы тиктәҫкә түгел.
Комментариев нет:
Отправить комментарий