четверг, 28 марта 2013 г.

Кипрҙа Евроберләшмә флагтарын яндыралар.



Евроберләшмә һәм Халыҡ-ара валюта фонды баҫымы аҫтында Кипр властарының көрсөккә ҡаршы ҡаты сараларға тотоноуына ил халҡы күмәк ҡаршылыҡ акцияһы менән яуап бирҙе. Шаршамбы көн  күп мең кешелек манифестацияла ҡатнашыусылар  марш менән Еврокомиссияның Кипрҙағы вәкиллегенән Никосиялағы президент һарайына табан үтте һәм кемдәрҙеңдер хатаһы өсөн түләргә йыйынмауҙары тураһында белдерҙе. Евроберләшмә флагын яндырыуҙы митингыла ҡатнашыусылар ҡул сабыуҙар менән оҙатты.

Акцияла ҡатнашыусылар һөйләй:

Беҙҙән берәү ҙә һораманы. Беҙҙең фекеребеҙгә улар төкөрөп ҡарай.”

“Беҙҙе экономия сараларын ҡабул итергә мәжбүр итәләр, ә кешеләрҙең ниндәй ғәйебе бар. Банкылар түләргә тейеш, кешеләр түгел.”

“Улар Кипр халҡының муйынына оҙаҡ йылдарға боғал ташлап ҡуйырға уйлай. Анастасиадас беҙҙе һәләк итә!”

Асыулы кипрлылар ҡаршылыҡ акцияларын дауам итергә ниәтләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий