четверг, 28 марта 2013 г.

Джина Лоллобриджида фән өсөн үҙенең биҙәүестәре менән хушлашасаҡ.



Италияның бөтә донъяға билдәле актрисаһы Джина Лолобриджида үҙенең 20 –нән ашыу биҙәүесен һатырға булған.

14 майҙа Женевалағы Sothebys аукционында уның 1964 йылғы гәүһәр һәм ынйы менән биҙәлгән алҡалары, гәүһәр ҡашлы йөҙөгө һатыласаҡ. Икеһе лә миллион доллар менән баһалана. 

Аукционға уның 1965 йылда дуҫы Сальвадор Дали оҙатыуында ҡабул итеү мәжлесенә тағып килгән гәүһәр һәм зөбәржәт ҡашлы алҡалары ла ҡуйыласаҡ.

Бөтә был биҙәүестәр Лолобриджиданың хеҙмәт түгеп тапҡан аҡсаһына һатып алынған. Уларҙы һатыуҙан килгән аҡсаны актриса тамыр (стволовой) күҙәнәктәрҙе тикшереү фондына бирәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий