четверг, 28 марта 2013 г.

Рәсәйҙә коммерция булмаған ойошмалар тикшерелә: көс стркутуралары “сит ил агенттары”н эҙләй.



Рәсәй хоҡуҡ һаҡлаусылары “сит ил агентыбилдәһенә тап килергә мөмкин булған ойошмаларҙы эҙләү яңынан башланыуы хаҡында хәбәр итә. Уларҙың хәбәр итеүенсә, прокуратура, һалым инспекцияһы һәм юстиция министрлығы хеҙмәткәрҙәре шаршамбы көн «Human Rights Watch», «Мемориал», «Transparency International» һәм «Гражданское содействие» офистарына килгән. Ойошма хеҙмәткәрҙәре был тикшереүҙәрҙе граждандар йәмәғәтселегенә баҫым яһау рәүешендә ҡабул итә.

 “Коррупцияға ҡаршы кампания ҡыҙған мәлдә, коррупцияға ҡаршы ойошмаларға баҫым яһау дөрөҫ түгел, был сәйәси һуҡырлыҡ,-”тип иҫәпләй коррупцияға ҡаршы тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнгән Рәсәйҙәге  «Transparency International» бүлеге етәксеһе Елена Панфилова.

Прокуратурала һәм юстиция министрлығында быны ойошмалар эшмәкәрлегенең Рәсәй ҡануниәтенә тап килеүен планлы рәүештә тикшереү, тип аңлаталар. Бында һүҙ коммерция булмаған ойошмаларға ҡағылышлы яңы закон хаҡында һүҙ бара. Уның буйынса сит илдән ярҙам алған бөтә бындай ойошмалар “сит ил агенттары” тип теркәлергә тейеш.

Был, әлбиттә, граждандар йәмәғәтселегенә баҫым яһау. План тураһында һүҙ булыуы мөмкин түгел, сөнки тикшереүҙәр һәр ерҙә үтә. Алдан хәбәр итмәйенсә, көтмәгәндә килеп баҫтылар. Беҙ хөкүмәткә ҡаршы эшләмәйбеҙ, хөкүмәт халыҡҡа ҡаршы эшләй, тип ҡурҡам,-”ти ҡасаҡтарға ярҙам итеү менән шөғөлләнгән«Гражданское содействие» ойошмаһы етәксеһе Светлана Ганнушкина.

Рәсәй президенты Владимир Путин коммерция булмаған ойошмалар, айырыуса сит илдән ярҙам алған ойошмалар өҫтөнән контролде көсәйтергә кәрәк, тип белдергәндән һуң бер ай үткәс, тикшереүҙәр башланды.

Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, көс структуралары бер нисә көн эсендә бөтә Рәсәй буйынса 84 ойошмаға визит яһаған. Германия һәм Франция Рәсәйҙән аңлатма биреүҙе һораған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий