среда, 27 марта 2013 г.

Өләсәйгә ҡайтыу: үҫмер ниңә ҡасҡан?



АҠШ-тағы тәрбиәгә алған ғаиләһенән ҡасып, Чебоксарҙағы өләсәһенә әйләнеп ҡайтҡан Рәсәй үҫмере Александр Абносовтың тормошона ҡағылышлы яңынан-яңы биттәр асыла.
Әлеге көндә ул Рәсәй документтарын тергеҙгән, әммә өләсәһендә ҡалырмы йәки Филадельфияға ҡайтырмы- билдәһеҙ.
Александрҙың һүҙҙәре буйынса, ул аҫрауға алған әсәһенең бәйләнеүҙәренән, хатта ҡул күтәреүҙәренән ҡасҡан .
Рәсәй журналистары Джеки Салоти менән бәйләнешкә инде, ул Александрҙың бик үк ябай булмаған, үҙ йәшенә ярашлы байтаҡ проблемаларға эйә булған, хатта урлашҡан һәм наркотиктар ҡулланған үҫмер икәнлеген һөйләгән.
Нисек кенә булмаһын, АҠШ-тағы Рәсәй балаһы хаҡындағы яңы тарих ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ҡатмарлашыуын йәнә иҫкә төшөрҙө. Ә аралар закондар менән “алмашҡандан һуңһыуынды- Американың Магнитский исемлеге”нә Рәсәй закон сығарыусылары АҠШ граждандарына Рәсәй балаларын тәрбиәгә биреүҙе тыйыусы закон менән яуап бирҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий