среда, 27 марта 2013 г.

Франция: хеҙмәт баҙары “яман 90-сы йылдарға”ҡайтты.



3,187 млн. француз эшһеҙ йөрөй, бындай хәлде Франция 1997 йылдан бирле күргәне юҡ ине. Февралдә хеҙмәт биржаһында теркәлгәндәр 0,6 процентҡа артты һәм 10,8 процентҡа барып етте, әйтергә кәрәк, был күрһәткес 2 йыл рәттән туҡтауһыҙ күтәрелә.

Еврозонаның икенсе иҡтисады аҫҡа тәгәрәү сигендә тора һәм, ҡайһы бер прогноздар буйынса, был кварталда ВВП түбәнәйәсәк. Сәнәғәттә һәм хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә әүҙемлектең кәмеүе, һығылмалылығын юғалтҡан хеҙмәт ҡануниәте яңы эш урындары барлыҡҡа килеүенә өмөт ҡалдырмай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий