среда, 27 марта 2013 г.

Исландиялағы иҡтисади көрсөк өсөн сәйәсмәндәрҙе һәм банкирҙарҙы хөкөм итәләр.



Тарихта тәүге тапҡыр иҡтисади көрсөк өсөн банкирҙарҙы хөкөм итәләр. Kaupthing һәм Landsbanki банкыларының элекке етәкселәренә акция хаҡтары менән махинациялары өсөн ғәйепләү белдереләсәк. Прокурорҙарҙың фекеренсә, тап ошо махинациялар  банкыларҙың банкрот булыуына сәбәпсе булған һәм 2008 йылда Исландияла банк системаһы көрсөгөн тыуҙырған.

Банкрот булған банкылар активтары суммаһы Исландия ВВП-һынан 10 тапҡырға артыҡ булып сыҡҡан. Ил иҡтисады емерелеп, Исландия Халыҡ-ара валюта фондынан ярҙам һорарға мәжбүр булған. Исландия 4 миллиард евро күләмендә кредит алған.

Көрсөк илдә сәйәси сыуалыштар тыуҙырған.

2011 йылда эшенә һалҡын ҡарауҙа, шул арҡала илдә финанс көрсөгө тыуыуҙа ғәйепләнеп, илдең элекке премьеры ла суд эскәмйәһенә барып эләкте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий