среда, 27 марта 2013 г.

Анкара Израиль менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртырға теләй, әммә шарт ҡуя.



Анкара Израиль менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртырға теләй, әммә  өс шарт ҡуя: “Мави Мармара”борамын баҫып алыуы өсөн ғәфү үтенеү, компенсация түләү һәм Газа секторынан блокаданы алыу. Был хаҡта төрөк премьеры Рәжәп Таип Эрдоган парламентта идара итеүсе фирҡә фракцияһы алдында сығыш яһағанда белдерҙе. Тәүге шарт үтәлгән: Израиль кабинеты башлығы Беньямин Нетаньяху, Эрдоган менән телефон аша һөйләшкәндә, Палестина яҡлы активистарҙың, төрөк граждандарының үлеме өсөн рәсми рәүештә ғәфү үтенде. Газа секторы блокадаһын йырып үтергә маташҡан караптарҙағы был кешеләр Израиль хәрбиҙәре штурмы ваҡытында һәләк була.

Эрдоган: “Мин быға тиклем дә күп тапҡырҙар әйтә килдем: ғазаплы үлемгә дусар булыусыларыбыҙҙы был ғәфү үтенеүҙәр кире ҡайтара алмай. Улар  фәләстиндарға ҡарата тиҫтәләрсә йылға һалынған эмбаргоны ла ала алмай. Ләкин ул ғәфү үтенеүҙәр яфаланып һәләк булғандарға һәм беҙҙең фәләстин туғандарыбыҙға кәрәк.”

Көн элгәре ике илдең сит ил эштәре башлыҡтары һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә һәм зыян күреүселәргә компенсация түләү хаҡында килеште. Бының өсөн улар ике ил ҡатнашлығындағы комиссия төҙөргә ҡарар итте. Газа секторы блокадаһы мәсьәләһе аҙағынаса хәл ителмәгән. Хәҙер Анкара, Эрдоган һүҙҙәре буйынса, эштең барышын күҙәтеп барасаҡ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий