Боливия, күптәнге территориаль
бәхәс буйынса Чилиға ҡаршы дәғүә
белдереп, Гаагалағы Халыҡ-ара судҡа мөрәжәғәт итәсәк. Был турала Боливия
президенты Эво Моралес белдерҙе.
Ил 130 йыл элек Чили менән һуғыш ваҡытында юғалтҡан Тымыҡ океанға сығыу юлын
кире ҡайтарырға уйлай.
Уҙған йылдың мартында, Моралестың халыҡ-ара инстанцияларға
мөрәжәғәт итергә ниәтләүе тураһындағы белдереүенән һуң, һөйләшеүҙәр туҡталып ҡалды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий