Европа аҙыҡ-түлек
хәүефһеҙлеге идаралығы бер нисә йыл буйы саң ҡаҡҡан ғалимдарҙың иҫкәртеүен
иҫәпкә аласаҡ. Һүҙ акриламидтар- аҙыҡты 120 градустан юғары температурала
ҡыҙҙырған, бешергән, йылытҡан ваҡытта барлыҡҡа килгән матдә хаҡында бара.
Акриламид- яман шеш
ауырыуын тыуҙырырға һәләтле канцероген. Тикшеренеүселәр Евроберләшмә властарын
был проблемаға битараф булмаҫҡа, ҡулланыусыларҙың ғүмеренә зыян килмәһен өсөн,
тейешле саралар күрергә саҡыра.
Комментариев нет:
Отправить комментарий