вторник, 26 марта 2013 г.

Мәскәү ҡунаҡтары.


Кишер менән һыйларға ине иҫәп.
Әсәһе бик уяу тора.
Көслө, ҙур хайуан яҡынлаша башлағас, ҡот осто бер аҙ. Ярай әле ағас артында торам.
Минең менән бергә мышыларҙан интервью алырға сыҡҡан!
Бәпестәренең береһе.

Гүзәл күренеш...
Хайуанҡай бер аҙ ымһынып ҡарап торҙо, әммә аҙыҡты алмаҫҡа булды, ғорур һәм тыныс рәүештә китеп барҙы

Ғәҙәти ҡышҡы ғинуар көнөн хәтерләткән яҙғы бер көндө, 2013 йылдың 25 мартында, Мәскәүҙең Метрогородок районында, беҙҙең тәҙрә алдында урман ҡунаҡтары- мышылар пәйҙә булды.Аслыҡ, ҡалын ҡар меҫкенкәйҙәрҙе ҡала ситенә килеп инергә мәжбүр иткән инде. Әлеге мәлдә(2013-03-25, 22:05)хайуанҡайҙар өй алдында тыныс ҡына йоҡлап ята, ҡайһылары йоҡларға әҙерләнә, ә аҫҡы ҡаттағы күршеләр, мәж килеп, уларҙы фотоға төшөрөргә тырыша. /Салауат Ниғмәтуллин./

Комментариев нет:

Отправить комментарий