вторник, 26 марта 2013 г.

Баграмдағы төрмә хәҙер афғандар ҡулында.



АҠШ армияһы Баграмдағы хәрби база территорияһындағы төрмә өҫтөнән контролде Афғанстан ҡораллы көстәренә тапшырҙы. Йыш ҡына афған Гуантанамоһы тип аталған төрмәлә боевиктар һәм терроризмда ғәйепләнгән кешеләр ултыра. Унда йәмғеһе 3 мең кеше, шуларҙың 50-һе сит ил граждандары.
Төрмәнең афған контроле аҫтына тапшырылыуы ике яҡтың уртаҡ тел таба алмауы арҡаһында кисектерелә килде. Үткән аҙна аҙағында АҠШ оборона министрлығы килешеү төҙөлөүе хаҡында белдерҙе. Уның буйынса, Афғанстандың милли именлегенә һәм коалиция көстәренә хәүеф тыуҙырған тотҡондар һаҡ аҫтында ҡаласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: уҙған йылдың ғинуарында  афған тәфтишселәре Америка һалдаттарын Баграм тотҡондарын язалауҙа ғәйепләне. НАТО һәм АҠШ командованиеһы бындай раҫлауҙарҙы ялған, тип атаны.


Комментариев нет:

Отправить комментарий