Рәсәй Кипрға бурыс
ҡайтарыу шарттарын йомшартасаҡ. Ил президенты Владимир Путин хөкүмәткә һәм
финанс министрлығына Никосияға 2011 йылда бирелгән 2,5 мең миллиард евро
кредитты реструктуризациялау мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.
Рәсәй хөкүмәте башлығы
Дмитрий Медведев, Брюсселдән килгән яңылыҡтарҙы ишеткәс, уйлағанын ярҙы ла
һалды:
“Кипр тирәһендәге
хәлдәр хаҡында һөйләшәйек әле. Минеңсә, унда таланғанды талау менән мәшғүлдәр,
шуға күрә хәлдәрҙең нимәгә килеп төртөлөүен, халыҡ-ара финанс-валюта системаһы
өсөн дә һәм беҙҙең мәнфәғәттәр өсөн дә эҙемтәләре нисек булаһын аңларға кәрәк.”
Кипр Рәсәй бизнесы
өсөн һөйкөмлө булған офшорҙарҙың береһе, әммә күпме байлыҡ унда һаҡланыуы
билдәһеҙ. Медведев элегерәк Кипрҙа Рәсәй дәүләт структураларының иҫәптәренә блок
ҡуйылыуы тураһында әйткәйне.
/реструктуризация- бурыс контракты шарттарырының үҙгәреүенә ярашлы, кредит биреүсе бурыслы яҡҡа ниндәйҙер ташламалар яһай, льготалы шарттар тыуҙыра/
Комментариев нет:
Отправить комментарий